воскресенье, 8 декабря 2013 г.

Ҡыш бабай фабрикаһы венгр балаларына ярҙам итәсәк.


9 йыл инде Будапешт ҡалаһында Ҡыш бабай фабрикаһы, йәғни хәйриә ойошмаһы эшләй, шул арҡала иң ярлыларҙың балалары ла Яңы йыл бүләктәре ала. 6-22 декабрҙә теләге булған һәр кем бында әйберҙәр, уйынсыҡтар, аҙыҡ-түлек алып килә ала, аҙаҡ уларҙы мохтаждарға оҙаталар.
“Будапешт Ҡыш бабай фабрикаһында йылдан-йыл иғәнә күберәк йыйыла. Быйылғы маҡсат шундай- 300 000 мохтажлыҡ кисергән балаға ярҙам итеү.”
Илдә Ҡыш бабай фабрикаһының 100 филиалы бар, унда үҙ теләге менән 800 кеше эшләй. Кемдер кейем-һалым килтерә, ә 9 йәшлек бер малай үҙе уҡып бөткән китапты килтергән: “Һәр кем, ярлылар ҙа бүләк алыуын теләйем,-” ти ул.
“Был система ярҙамды нәтижәлерәк итеп ойошторорға мөмкинлек бирә, юғиһә бит йорттарҙы берәм-берәм йөрөп сығып булмай.”
Ойошма иҫәбе буйынса, венгр балаларының дүрттән бер өлөшө фәҡир йәшәй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий