Лиссабон урамдарында
ҡаты экономия сәйәсәтенә ҡаршы сығыусылар ҡәнәғәттер, сөнки кесаҙна кис илдең
Конституцион суды кабинетты үҙ курсын ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итеүсе ҡарар
ҡабул итте.
13 судья берҙәм
рәүештә башҡарма властың айына 600 евронан ашыу алыусы дәүләт хеҙмәткәрҙәренең
пенсияһын 10 процентҡа ҡырҡырға ниәтләүе Конституцияға тап килмәй тигән ҡарарға
килде. Хөкүмәт иһә ошо юл менән 388 миллион евро экономияларға уйлағайны. Хөкүмәт
тәҡдим иткән һәм парламент раҫлаған ҡаты бюджет экономияһы сараларының дөйөм
суммаһы 4 миллиардҡа тиерлек барып етте.
Уң үҙәк кабинет
башлығы Педру Пасуш Коэлью алдан уҡ шуны иҫкәртеп ҡуйҙы: әгәр Конституцион суд
пенсияларҙы кәметеүҙе законһыҙ тип тапһа, властар һалымдарҙы арттырырға мәжбүр
буласаҡ, был иһә киләсәктә илдәге инвестиция климатына кире йоғонто яһаясаҡ.
Яңы ғына Португалияла булып киткән халыҡ-ара өс кредитор ҙа бюджет сығымдарын
кәметеүҙән баш тартыу эшһеҙлек кимәленең үҫеүенә алып киләсәген киҫәтеп ҡуйҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий