воскресенье, 29 декабря 2013 г.

Австралия боҙватҡысы “Академик Шокальский”ға ярҙамға ашыға.



Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Австралияның “Aurora Australis” боҙватҡысы Рәсәйҙең боҙҙар әсирлегендә ҡалған карабы “Академик Шокальский”ға йәкшәмбе барып етергә тейеш. Быға ҡәҙәр Ҡытай боҙватҡысы уға яҡынлаша алманы- “Академик Шокальский”ға бер нисә миль ҡалғас туҡтап ҡалды.  Австралия боҙватҡысы иһә ҡеүәтлерәк.

“Академик Шокальский” 29 ноябрҙә Австралияның данлыҡлы тикшеренеүсеһе Дуглас Моусон етәкселегендәге Антарктика сәйәхәтенең 100 йыллығы хөрмәтенә экспедицияға сыҡҡайны. Карап бортында 74 кеше: Рәсәй экипажы һәм 54 пассажир, күбеһе австралийҙарҙан торған ғалимдар, журналистар.


Хәбәр итеүҙәренсә, “Академик Шокальский” бортында хәлдәр арыу, ғалимдарға һәм журналистарға бер нәмә лә янамай. Хәлдәр үтә лә хөртәйеп китһә, кешеләрҙе Ҡытай боҙватҡысындағы вертолет менән эвакуцияларға мөмкин буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий