четверг, 5 декабря 2013 г.

Франция фәхишәләргә йөрөүселәргә яза бирәсәк.


Франция фәхишәлек менән көрәш өлкәһендә йәнә бер аҙым яһаны- парламент депутаттары енси хеҙмәттәр менән файҙаланыусылар өсөн 1500 евро күләмендә штаф ҡаралған закон проектын раҫланы. Документта был һөнәрҙе ташларға теләгән фәхишәләр өсөн социаль һәм профессиональ ярҙам күрһәтеү хаҡында ла положение бар.Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары министры Нажа Валло-Белькасем тауыш биреү һөҙөмтәләрен хуплап ҡаршы алды:
“Барыһын да үҙ яйына ташлап ҡуймай, закон тексын хуплауығыҙ өсөн рәхмәт. Фәхишәлектең ысын йөҙөн күреүегеҙ өсөн рәхмәт. Фәхишәлек менән эффектив көрәш саралары биреүегеҙ, эксплуатация ҡорбандарына ҡул һуҙыуығыҙ өсөн рәхмәт”.

Июнь аҙағында закон проекты Сенатта ҡараласаҡ. Франция хөкүмәте фәхишәлек менән көрәшкә йыл һайын 20 миллион евро бүлергә ниәтләй.

Комментариев нет:

Отправка комментария