четверг, 12 декабря 2013 г.

Мысыр: “Мосолман туғандар” өҫтөнән суд йәнә кисектерелде.


Мысырҙа аңлы рәүештә үлтереүҙә һәм ҡорал һаҡлауҙа ғәйепләнгән “Мосолман туғандар” башлыҡтары өҫтөнән суд йәнә кисектерелде. Икенсе тапҡыр инде судьялар, ғәйепләнеүселәрҙең үҙҙәрен килешһеҙ тотоуын сәбәп итеп, суд ултырышын туҡтатты. Шаршамбы суд залында ғәйепләнеүселәрҙең туғандары һәм журналистар араһында талаш башланды һәм саҡ ҡул һуғышына ҡәҙәр барып етмәне.

Ғәйепләнеүселәрҙең береһенең ҡыҙы һөйләй:

“Суд органдары системаһы эшенә беҙҙең ышанысыбыҙ юҡ. Ул сәйәсиләштерелгән һәм хәҙерге режимға эшләй. Беҙҙең берҙән-бер өмөтөбөҙ- Аллаһ ғәҙеллеге.”

Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәлә иһә исламистарҙы яҡлаусы студенттарҙың ҡаршылыҡ акциялары туҡтамай. Айырым алғанда, донъялағы иң ҙур “Әл-Әзхәр” университеты районында йәштәрҙең тәртип һағында тороусылар менән аяуһыҙ бәрелеше булды. “Туғандар”яҡлылар полицейскийҙарға таштар, һыулы шешәләр атты. Халыҡты ҡыуып таратыу өсөн, полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.


Шундай уҡ хәлдәр Ҡаһирә университеты янындағы “Ән-Нахда” майҙанында булды. Демонстрацияла ҡатнашыусылар “хәрбиҙәр власы”на һәм күптән түгел ҡабул ителгән урам ҡағиҙәләрен ҡатыландырыусы законға ҡаршы сыға.

Комментариев нет:

Отправить комментарий