понедельник, 13 января 2014 г.

Кибия халҡы Шарондың үлеме хаҡында: “Һәр тиранды шундай үлем көтә.”


Ариэль Шарондың үлеме Кибия халҡын үҙ тарихындағы фажиғәле ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөргә мәжбүр итте. 1953 йылдың 14 сентябрендәге Израиль операцияһын бында “ҡанлы һуйыш”, ә Шарондың үҙен “тиран” тип атайҙар. Ул ваҡытта ауыл Иордания контроле аҫтында, Израиль менән сиктәш тиерлек була. Израилдең Йехуд ҡасабаһындағы теракттан һуң, хөкүмәт мәғлүмәттәре буйынса, ул Иордан яғы боевиктары эше була, Шарон операцияға етәкселек итә.
“Шарон исеме ауылымдағы 77 кешенең ғазаплы үлемен иҫкә төшөрҙө. Уларҙың үлеме- бер ғәйепһеҙҙе лә: ҡатындарҙы ла, ҡарттарҙы ла, балаларҙы ла аямаған ҡот осҡос миһырбанһыҙлыҡ күренеше,”-ти шул ваҡиғаларҙың шаһиты Хамед Гетан.
Халыҡтың күбеһе йорттарҙы шартлатҡанда һәләк була. Йәмғеһе 45 бинаға мина һалына. Аҙаҡ асыҡланыуынса, уларҙа ауыл халҡы йәшенгән була. Операциянан һуң Шарон, йорттар буш тора, тип уйлауы хаҡында белдерә.
“Кешенең үлеменә һөйөнөргә ярамай, әммә һәр тирандың ғүмере шулай бөтәсәк,”-тип тамамланы һүҙен Гетан.
Израилдең эшмәкәрлеген БМО, АҠШ һәм башҡа илдәр ғәйепләне. Ариэль Шаронды геноцидта һәм кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙә ғәйепләнеләр. Үҙе иһә ул ғәйебен һис ҡасан таныманы.




Комментариев нет:

Отправить комментарий