Интернет эраһы шәхси тормошобоҙ тамам булған эрамы?
Социаль селтәр,
кредит карталары номерҙары, хатлашыу- быларҙың барыһын да ҡулға төшөрөп,
һаҡлап, контролдә тота алыуҙары ихтимал. Эдвард Сноуден фашлауҙары тирәһендәге
ғауғанан һуң, Европала интернетты хәүефһеҙ итергә тырышалар.
Нисек итеп? Джереми Циммерман интернет-әүҙемлегегебеҙгә бәйле хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге
менән шөғөлләнә:
“Беҙ Сноуден
асып һалған мәғлүмәттәрҙең масштабын аҙағынаса төшөнә алманыҡ әле.
Йәмәғәтселеккә бының айышына төшөнәһе һәм властар, шулай уҡ виртуаль донъя менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарайһы бар.”
ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре һөйләүенсә, Америка махсус хеҙмәттәре, миллиондарса
кешеләрҙең шәхси мәғлүмәттәренә эйә булып, донъя интернет-трафигы артынан күҙ
яҙлыҡтырмай күҙәтеп барған. Башланып киткән ғауға дипломатик ыҙғыштарға ғына
түгел, интернетта сер итеп һаҡланырға тейешле халыҡ-ара дискуссиялар башланыуға
ла сәбәпсе булды.
”Американың Европаға үтеп ингән технология һәм
иҡтисади моделдәре мөмкин булған һәр ерҙән мәғлүмәт йыйыуға ҡоролған. Уларҙың
моделе был мәғлүмәттәрҙе үҙәкләштереп туплауҙы күҙ уңында тота- тоталь
күҙәтеүҙең был мотлаҡ бер шарты булып тора,-”ти Циммерман.
Шул уҡ ваҡытта, белгестәрҙең раҫлауынса, альтернатива
бар. Мәҫәлән, “Duck duck go”эҙләүесе- билдәле асыҡ проект, ул ҡулланыусыларҙың конфиденциаллеген
тәьмин итә. Ул шәхси мәғлүмәттәрҙе талап та итмәй, һаҡламай ҙа. Эксперттарҙың
фекере буйынса, виртуаль донъя идара итеүселәргә һәм, үҙҙәре лә һиҙмәй, ҡалпаҡ
аҫтында ҡалыусыларға бүленмәһен өсөн, ябай ҡулланыусыларға тап шул асыҡ
интернетҡа ынтылырға кәрәк.
”Шул рәүешле бөгөн беҙҙең эффектив, универсаль
ресурсыбыҙ бар, ул яҡшы эшләй, уны ҡулланыуы еңел. Тик ул программаны
урынлаштырғанға ҡәҙәр ваҡ хәрефтәр менән яҙылғанын уҡыу, нимә хаҡында
киҫәтеүҙәрен аңлау ҙа зарур. Һеҙҙең хаҡта мәғлүмәттәр йыйған технологик
яңылыҡтарыбыҙ бар, ләкин һеҙ ҙә интернетты контролдә тота алаһығыҙ. Бының өсөн
маҡсат ҡуйыу һәм теләк кәрәк. Мин шуға инанғанмын: XXI быуатта шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙең
ҡайҙа юл тотоуын белмәү, уҡый-яҙа белмәй тороп контрактҡа үҙ имзаңды ҡуйыу
менән бер,-”тип аңлатма бирә Циммерман.
Европала шәхси тормоштоң ҡағылғыһыҙлығы- фундаменталь
хоҡуҡтарҙың береһе. Брюсселдә өсөнсө йыл инде Европа мәғлүмәттрҙе яҡлау закон
проекты реформаһы тирәләй тартыш бара. Америка интернет-гиганттарының ҡеүәтле
лоббийын күҙ уңында тотоп, алыштың нимә менән бөтөүен аныҡ ҡына әйтеү мөмкин
түгел. Белгестәрҙең фекере буйынса, Европаға виртуаль киңлектәрҙе байҡаусылар
өсөн яраған-ярамаған сиктәрҙе аныҡ билдәләүсе берҙәм база документы кәрәк.
Уҙған көҙ закон проектын Европарламенттың профилле комиссияһы раҫланы, ләкин
алда - Еврокомиссия һәм ил-ағзалар араһындағы оҙайлы килешеү төҙөүҙәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий