среда, 22 января 2014 г.

Француз һәм немец дипломатия башлыҡтары бергә сәйәхәт итәсәк.


Француз һәм немец дипломатия башлыҡтары ике яҡлы мөнәсәбәттәргә яңы импульс бирергә, көрсөккә дусар булған илдәргә бергәләп визит яһарға ниәтләй. Улар Грузия, Молдавия, Украина һәм Тунисҡа юл тотоуҙары ихтимал.
Шишәмбелә Париждағы матбуғат конференцияһында был турала Франк-Вальтер Штайнмайер һәм Лоран Фабьюс белдерҙе.
“Европалағы һайлауҙар менән бәйле, граждандарға  Евроберләшмәнең, Евроберләшмәнең киләсәге менән бәйле проекттарҙың мөһимлеген аңлатыу өсөн, беҙ бергәләп сәйәхәткә сығырға булдыҡ,”-тип аңлатты Лоран Фабьюс.
Ике министр ҙа социалистар лагерына ҡарай һәм Европа һайлау алды кампанияһы барышында “популизм, милләтселек һәм евроскептицизмдың үҫә барыуы менән көрәшергә”иҫәп тота,-тиелә уртак коммюникелә.
Немец сит ил эштәре башлығы үҙ иле исеменән Францияға Малиҙа һәм Үҙәк Африка республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыу операциялары өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйтергә кәрәк, Берлин унда үҙ һалдаттарын ебәреүҙән баш тартты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий