вторник, 11 февраля 2014 г.

Тетрәнгән Кефалония.


 Грецияның 35 мең кеше йәшәгән Кефалония утрауында бер нисә тапҡыр ер тетрәгән. Рихтер шкалаһы буйынса 6 магнитудалаһы, иң ҡеүәтлеһе, 26 февралдә булған. Йомшағыраҡ йәнә бер тетрәү бер аҙнанан һуң, 2 февралдә ҡабатланған. Утрау халҡы менән бергә беҙҙең кино төшөрөү төркөмө лә ерҙең һелкенеүен һиҙҙе.
“Беҙ шаңҡып ҡалдыҡ. Ерҙең һелкенеүен әле генә һеҙ бит үҙегеҙ ҙә тойҙоғоҙ,”-ти икмәк һатыусы.
Греция- ер тетрәүҙәргә йыш дусар булған Европа илдәренең береһе. 1953 йылдағы тетрәү Кефалонияның байтаҡ өлөшөн емергән, 450 кеше һәләк булған. Әлегеһендә ҡорбандар юҡ, әммә йөҙҙәрсә шәхси йорт, йәмәғәт биналары, юлдар емерек. 1400 йорт йәшәргә ваҡытлыса яраҡһыҙ.
“Тәүге ер тетрәү ваҡытында йортом һул яҡҡа 3 градусҡа ҡыйшайҙы, төп ҡаты зыян күрҙе. Икенсе тетрәү, күреүегеҙсә, йортто 45 градусҡа ҡыйшайтты. Бәхеткә күрә, мин эстә түгел инем, юғиһә һәләк булыр инем,”-тип һөйләй Кристос Кириакатос.
Ер тетрәү йөҙҙәрсә ғаиләне үҙ ҡыйығынан мәхрүм иткән. Хәрбиҙәр төҙөгән палаткалы лагерҙа Мема Синоину киләсәге өсөн борсола, сөнки уның 7 айлыҡ бәләкәс кенә ҡыҙы бар.
“Белмәйем, ҡасан да булһа йоҡлай алырмынмы икән. Балам өсөн бик тә борсолам,”- ти ул йәш аралаш.
Тәбиғәт һәләкәтенән һуң, зыян күреүселәрҙең барыһы ла Грецияның төрлө мөйөштәренән ярҙам алды.
”Утрауҙа ҙурлығы буйынса икенсе урында торған Ликсури ҡалаһы музейында аҙыҡ-түлек һәм һыу таратыу бүлеге ойошторолдо. Дәүләт, сиркәү, шәхси компаниялар, ябай граждандар тонналап кәрәк-яраҡ оҙатты. Үҙ ирке менән ярҙамға килеүселәр ҙә табылды”,-ти “Евроньюс” хәбәрсеһе Михалис Арампацоглу.
Туризм утрауға байтаҡ килем килтерә. Утрау халҡы ышандырыуынса, ер тетрәүҙәргә ҡарамай, сезон асылыуға ял итеүселәрҙе ҡабул итеү өсөн барыһы ла әҙер буласаҡ, сөнки туристик инфраструктура зыян күрмәгән. Уҙған йыл данлыҡлы пляждары менән дан тотҡан Ионий утрауҙарының иң ҙуры булған Кефалонияла 200 мең турист ял иткән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий