четверг, 13 февраля 2014 г.

ҮАР: террор һәм ябырылып килгән аслыҡ.


10 ай инде Үҙәк Африка республикаһында террор, Линч суды, көпә-көндөҙ талау һәм көсләүҙәр тыныслыҡ һағында тороусы 1600 француз һәм 5000 Африка хәрби хеҙмәткәренең күҙ алдында эшләнә, улар бындағы көс ҡулланыуҙарға сик ҡуя алмай.
Мосолмандар Бангиҙан ҡаса, сөнки теләһә ниндәй мәлдә уларҙы бында өҙгөләп ташлауҙары ихтимал. Меңдәрсә ҡасаҡ күрше Чадҡа күсенде лә инде. Күбеһе сауҙа менән шөғөлләнгән, Чадтан мал-тыуар ташыған  тиҫтәләрсә мең мосолмандың ҡасырға мәжбүр булыуы баш ҡалалағы аҙыҡ-түлек мәсьәләһен тағы ла ҡырҡыулаштырҙы. Банги баҙары күҙгә күренеп бушаны.
“Беҙ хәҙер хәрби хәлдә йәшәгән кеүекбеҙ,-ти ҮАР баш ҡалаһында йәшәүсе.-Бөтә нәмә ҡиммәт, бер нәмә лә эшләмәй. Камерундан тауар ташыусы машиналар ҙа юҡ, ит килтереүсе малсылар ҙа күренмәй. Бер нәмә лә юҡ. Беҙ шундай шарттарҙа йәшәргә мәжбүр.”
БМО мәғлүмәттәре буйынса, Үҙәк Африка республикаһында ун кешенең туғыҙы көнөнә бер генә тапҡыр ашай, ә оҙаҡламай хәлдәр уғата хөртәйәсәк. Бангиҙағы 40 күмәртәләп һатыусының 10-ыһы ғына тороп ҡалған, хәүефһеҙлек саралары күрелмәһә, улары ла китәсәк.
Әлегә миллион самаһы кеше йорттарын ташлап киткән, 2000 әҙәм дин-ара бәрелештәр ҡорбаны булған.
Республиканың ваҡытлы президенты Катрин Самба алдында үтә лә ауыр бурыс тора.
“Мин бер ай эсендә, бөтә ил эсендә булмаһа ла, илдең күп өлөшөндә именлек булыуын теләйем. Мин быны тормошҡа ашырырға йыйынам. Ваҡыты еткәс, һәр кем үҙ эштәре өсөн яуап бирер. Мин илдә тәртипһеҙлектәр ойоштороусыларҙы киҫәтеп ҡуям,-”тип белдерҙе Катрин Самба Панза.
Ҡәтғи һүҙҙәр. Тик был һүҙҙәрҙән һуң,  хөкүмәт көстәренең 20 һалдаты, мосолмандарҙың “Селека” ҡораллы төркөмөнән тип уйлап, ҡала майҙанында бөтә халыҡ алдында бер ирҙе һуйҙы.




Комментариев нет:

Отправить комментарий