суббота, 1 февраля 2014 г.

Алеппо: бәпәй бомба тейеп емерелгән йорт харабалары аҫтында иҫән ҡалған.


14 айлыҡ Рина Хәлил үҙен яҡшы тоя- Сүриә сайттарының береһендә уны туғандары араһында имен-аман йөрөүен күрәбеҙ. Харабалар аҫтында ҡалып, мөғжизә менән генә ҡотолоп ҡалған бала үҙен көтөлмәгәнсә яҡшы һиҙә.
Бер аҙна элек, 22 ғинуарҙа, Сүриәнең ҙурлығы буйынса икенсе урында торған ҡалаһы Алеппоны бомбаға тотоуҙары арҡаһында, Рина Хәлил йәшәгән йорт емерелә. Ир-ат шунда уҡ харабаларҙы ҡаҙый башлай һәм бик тиҙ бәпескә тап була. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, ҡыҙыҡай өс минут самаһы башынан уҡ күмелгән килеш тора. Ҡотҡарыусыларҙы аптыратып,  ҡыҙҙың бер нисә урындан тәне генә сыйылған була.
Лондондағы кеше хоҡуҡтары буйынса Сүриә обсерваторияһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған шаршамбы Алеппоны бомбаға тотоу барышында 10 кеше, шул иҫәптән Ринаның әсәһе, 6 апаһының береһе һәләк булған. Шул уҡ сығанаҡтар буйынса, 2011 йылдың мартында башланып киткән конфликтта 7 мең Сүриә балаһының ғүмере өҙөлгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий