Үҙәк Италияла
ташҡындар артынан емереклектәр һәм сүп-сар тороп ҡала- ҡойма ямғырҙарҙан һуң ғәләмәт
ҙур ишелмәләр барлыҡҡа килгән Римға яҡын ғына урынлашҡан Капена ҡаласығы
урамдары тап шундай хәлдә.
Белгестәр Тибрҙы
күҙәтеүҙе дауам итә. Ҡаланың үҙәк өлөшөндә һыу кимәле әлегә хәүеф тыуҙырмай,
әммә ташҡындар ҡурҡынысы һаҡлана. Күп юлдар, ҡаланың тарихи үҙәгенән ситтә яр
буйҙары һыу аҫтында ҡалған. Метрополитенға ла һыу баҫыу ҡурҡынысы янай.
Италияның үҙәк
райондарына һалынған зыян оло. Пиза районындағы ауыл хужалығы биләмәләре лә ҙур
ҡаза күргән. Триест һәм Венеция араһындағы тимер юл өҙөклөк менән эшләй. Тосканолағы
Арно йылғаһы хәүефле кимәлгә күтәрелгән.
Италияның төньяғында-
икенсе бәлә. Ҡарҙың күп яуыуы арҡаһында, меңдәрсә йорт электрһыҙ ҡалды. Таулы райондарҙа
хәлдәр үтә лә хәүефле. Тау саңғыһы курорттарында ишелмәләр төшөү ҡурҡынысы
хаҡында иҫкәртәләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий