понедельник, 10 марта 2014 г.

Токиола демонстрацияға сығыусылар атом энергияһынан баш тартырға саҡыра.


Яғыулыҡтан бушаған тимер мискәләр, химһаҡланыу костюмдары, противогаздар. Токио үҙәгендә бер нисә мең кеше илдә атом энергияһын ҡулланыуға ҡаршы демонстрация үткәрҙе. Акция Фукусима атом электростанцияһындағы һәләкәттең өс йыллығы алдынан уҙҙы. Байтаҡ билдәле кешеләр ҡатнашты унда. Мәҫәлән, танылған Япония яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты Кэндзабуро Оэ.
Фумико Ишикава, демонстрацияла ҡатнашыусы: “Бөгөн мин был акцияла планетаны ядро энергияһынан ҡотҡарыу ниәте менән ҡатнашам.”

Японияның бынан алдағы хөкүмәте, Фукусималағы һәләкәттән һуң, 2030 йылға ҡәҙәр тыныс маҡсаттарҙа ҡулланылған атомдан тулыһынса баш тартыуға йүнәлтелгән программа ҡабул иткәйне. Әлеге властар иһә туҡтатылған атом реакторҙарын ҡайтанан эшкә ебәрергә иҫәп тота.


Япония премьеры Синдзо Абэ телекамералар алдында Фуксима АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен  властар өс йыл эсендә тулыһынса бөтөрҙө, тип иҫбатларға тырыша. Көн элгәре сәйәсмән станцияға яҡын төбәктә булды һәм, йәмәғәтселекте региондағы экология мөхитенең имен булыуына ышандырырға тырышып, урындағы аҙыҡ-түлектән ауыҙ итте. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий