Шри-Ланканың лайыҡлы
йәлләт табыу ниәте уңышһыҙ тамамланды: уҙған аҙнала яңы вазифаға тәғәйенләнгән
йәлләт үҙ бурыстарын үтәп тә тормай эштән китте.
Яңы хеҙмәткәр ике аҙна
буйы уҡыуҙа була, шунан уға дар ағасын күрһәтәләр: ир бик ныҡ ҡурҡа, ҡайғыра
һәм шунда уҡ отставкаға китә.
Юстиция министрлығының
холоҡ төҙәтеү учреждениелары департаменты белдереүенсә, “икенсе юлы яңы
хеҙмәткәрҙәргә әҙерлек үткәрерҙән алда дар ағасын күрһәтәсәктәр.”
Шри-Ланка лайыҡлы
кандидатты 2012 йылдан, йәлләттәрҙең береһе юғарыға үрләп, икенсеһе хаҡлы ялға
киткәне бирле эҙләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: үлем язаһы 2004 йылда ҡайтанан тергеҙелһә
лә, 1976 йылдан алып бер кем дә үлем язаһына тарттырылмаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий