пятница, 14 марта 2014 г.

“Майҙан спонсоры” ФБР запросы буйынса Венала ҡулға алынған.


Украина олигархы Дмитрий Фирташ ФБР һорауы буйынса Венала Австрия полицияһы тарафынан ҡулға алынған, уны ойошҡан енәйәтсел төркөм төҙөүгә ҡатнашлығы бар, тип иҫәпләйҙәр. Йома олигархты АҠШ-ҡа экстрадициялауҙары ихтимал.
“РосУкрЭнерго” компанияһының 45 процентын үҙ ҡулында тотҡан Фирташ- Украинаның иң бай кешеһе. Килемдәренең байтаҡ өлөшөнә ул Рәсәй газы менән Украина һәм Үҙәк Европаны тәьмин итеп эйә булған.

Элегерәк олигарх президент Янукович даирәһенә ингән, әммә уҙған йылдың йәйендә Украинаның киң мәғлүмәт саралары улар араһында етди конфликт башланыуы хаҡында хәбәр итте. Украинаның элекке именлек хеҙмәте башлығы Александр Якименко күптән түгел белдереүенсә, ул- Майҙан спонсорҙарының береһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий