Брюссель майҙандарының береһендә Amnesty International хоҡуҡ һаҡлаусылары берҙәм Европаның
баш ҡалаһына президент Барак Обаманың килеүен ҡыҙыл костюмдарҙа перфоманс менән
ҡаршылай.
Шаршамбыға Брюсселдә ЕС-АҠШ саммиты
тәғәйенләнгән. Ә сағыу кейемдәр ошондай робаларҙағы Американың Гуантанамо
төрмәһе тотҡондарын хәтерләтә.
Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың судһыҙ-ниһеҙ ҡулға
алыуҙарҙан тыш та Америкаға дәғүәләре бар.
Филипп Хенсманс, Amnesty Internationalдың
Бельгиялағы вәкиллеге директоры:
”Обама әфәнде дрондар ҡулланыу сәйәсәтен
асығыраҡ итергә вәғәҙә бирһә лә, американлылар элеккесә тыныс халыҡты үлтерә.”
Ошо йыл башында Amnesty International Пакистанда
Америка пилотһыҙ аппараттарын ҡулланыу хаҡында доклад менән сығыш яһаны. Ойошма
мәғлүмәттәре буйынса, шундай һөжүмдәр арҡаһында 400 алып 900-гә ҡәҙәр тыныс
халыҡ һәләк булған, 600-ҙән ашыу кеше етди тән йәрәхәттәре алған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий