понедельник, 3 марта 2014 г.

Союз рулендә- Греция; Сноуденға һорауҙар; ЕС етәкселеге алмашынасаҡ.


Аҙна эсендәге ваҡиғаларға күҙәтеү яһағанда, төп иғтибарҙы Грецияға йүнәлтәләр. Европа Союзында рәйеслек уға тапшырыла.

Быйыл Греция рецессиянан сығырға иҫәп тота, әммә уның халҡы көрсөктән йонсоған. Эшһеҙлек 27 % кимәлендә, ә йәштәр араһында ул- 57 %. Алты йыл эсендә халыҡтың йән башына уртаса килеме өстән бергә кәмене. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән граждандар иҫәбенә уң һәм һул ситтәге фирҡәләр күбәйә. Ярты йыл буйы ЕС эштәренә етәкселек итеү идеяһы бөтәһенә лә оҡшамай.

Европарламент Эдвард Сноуденды тыңларға теләй. Граждандар азатлығы комитеты Мәскәүҙә һыйыныу урыны тапҡан Американың элекке махсус хеҙмәттәре хеҙмәткәренең интерактив видеоконференция барышында алдан ебәрелгән һорауҙарға яуап биреүе өсөн тауыш бирҙе.


Майҙан ноябргә ҡәҙәр Евроберләшмәнең төп дүрт вазифаһы икенсе кешеләр ҡулына күсәсәк: был- Еврокомиссия, парламент һәм ЕС Советы рәйестәре, шулай уҡ Европа дипломатияһы башлығы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий