Берләшкән Ғәрәп Әмиратындағы Ислам эштәренең баш
идаралығы Марсҡа сәйәхәткә йыйыныусы мосолмандар өсөн фәтүә сығарҙы. Mars One
проектын ойоштороусылар Ҡыҙыл планетаға бер яҡҡа билет тәҡдим итә. Һайлап
алынған 4 астронавт Марстың тәүге колонистары буласаҡ.
Һайлап алынған меңләгән “бәхетле” әҙәм араһында бер
нисә мосолман да бар, Дубайҙа йәшәүсе 21 йәшлек Хәлит Аҡ-Джаади шулар араһында.
Әйтеүенсә, кандидатураһын проекттан алырға ашыҡмай:
“Бәләкәйҙән сәйәхәттәр һәм тикшеренеүҙәр хаҡында
хыялландым. Ҙурайғас, шуны аңланым: Ер йөҙөндә тикшерелмәгән “аҡ таптар”
ҡалмаған. Асыштарға ынтылыш мине һәр ваҡыт ҡыйыу эксперименттарға этәрҙе. Марс
минең өсөн- шанс. Был фәтүәне сығарыуға етди сәбәптәр бар, әммә мин үҙ идеямдан
баш тартырға теләмәйем. Бөтәһен дә етди уйларға кәрәк,-”ти Аҡ-Джаади.
Илдәге төп дини инстанция булған Совет Марсҡа осош
үҙ-үҙеңде үлтереү менән бер, тип иҫәпләй, ә быға исламдың рөхсәте юҡ.
“Әгәр әҙәм Марсҡа кешелеккә, фәнгә файҙа килтереү өсөн
оса һәм аҙаҡ имен-аман кире әйләнеп ҡайта икән, дин быға ҡаршы килмәй, хуплай
ғына. Әгәр фәнни үҫеш бәләләр һәм кешегә үлем килтерә икән- был яраған эш
түгел, фән кешеләрҙе һәләкәткә этәрергә тейеш түгел.”
Ихтырһыҙ рәүештә шундай һорау тыуа: был осоштоң фәнни
әһәмиәте бармы?...
Дубайҙан “Евроньюс” хәбәрсеһе Франсуа Шиньяк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий