понедельник, 14 апреля 2014 г.

Эксперттар: “Климаттың үҙгәреүен туҡтатыу ҡиммәткә төшмәйәсәк.


”Донъяның бөтә ил хөкүмәттәре, климаттың үҙгәреүен туҡтатыр өсөн, йәһәтерәк эшкә тотонорға, ҡайтанан тергеҙелеүсе энергия сығанаҡтарына күсергә тейеш- Берлинда халыҡҡа сығарылған БМО докладында шул турала әйтелә. Документ меңдән ашыу эксперт ҡатнашлығында төҙөлгән.
Уларҙың иҫәпләүҙәре буйынса, ел һәм атом энергетикаһы кеүек зыянһыҙыраҡ энергия сығанаҡтарына күсеү донъя иҡтисади үҫешен 0,06 процентҡа ғына кәметәсәк.
Климат үҙгәреүе буйынса Халыҡ-ара эксперттар төркөмөнән Оттмар Эденхофер былай ти:
“Планетаны ҡотҡарыу- ҡиммәт түгел, бының өсөн бөтә донъяны ҡорбан итергә кәрәкмәй- беҙҙең иҫәпләүҙәрҙән, миңә ҡалһа, шундай һығымта яһарға мөмкин.”
Климат үҙгәреүе буйынса Халыҡ-ара эксперттар төркөмө рәйесе Раджендра Пачаури:
“Беҙ шундай фекергә килдек: айырым илдәр тик үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртыуҙан туҡтамай тороп, был сараларҙан файҙа булмаясаҡ. Йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: был доклад бөтә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тырышлығын бығаса күрелмәгәнсә консолидациялау кәрәклеген асыҡланы”.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлаусы ойошмалар БМО докладын энтузиазм менән ҡабул итте. Уларҙың уйынса, бындай эш ҡулланмаһы ярҙамында донъя илдәре атмосфераға парник газдарын бүлеп сығарыуҙы кәметә аласаҡ.
Кайса Косонен, “Гринпис” вәкиле:
“Әлбиттә, өмөтләнәбеҙ. Докладтың көслө яғы шунда: беҙ ҡарар ҡабул иттек, климаттың хәүефле үҙгәрештәрен булдырмау өсөн әле ваҡыт бар. Ул беҙгә ҡиммәткә төшмәйәсәк, киреһенсә, аҡсаларыбыҙҙы экномияларға ярҙам итәсәк. Төҫмөрләнгән ыңғай тенденцияны тиҙләтергә, яғыулыҡтың ҡаҙылма төрҙәренән алдағы киләсәктә баш тартырға ғына кәрәк.”
Әлеге мәлдә тирә-яҡ мөхитте иң ныҡ бысратыусы ил- Ҡытай. Эксперттар әйтеүенсә, парник эффекты ҡоролоҡтарға, ташҡындар, аномаль эҫеләр, диңгеҙ һәм океандарҙа һыу кимәленең күтәрелеүенә алып килеүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий