воскресенье, 13 апреля 2014 г.

Чили: Вальпараисола ут бер квартал артынан икенсеһен һәләк итә.


Чилиҙың Вальпараисо ҡалаһындағы көслө янғын арҡаһында, 500 самаһы йорт емерелгән һәм 3 000 тирәһе кеше эвакуацияланған. Янғын ҡала янындағы эвкалипт урманынан башланған, ә аҙаҡ көслө ел уны йорттар яғына һәм диңгеҙ портына ҡыуған.
Шәмбенән йәкшәмбегә ҡарай төндә ялҡын телдәренең бер йорт артынан икенсеһен ялмауын күрергә мөмкин ине. Уларҙың ҡайһы берҙәре тарихи ҡомартҡы- Вальпараисо ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Чили президенты Мишель Башле, халыҡты эвакуациялау өсөн, регуляр армия подразделениеларын файҙаланыуҙы күҙ уңында тотҡан ғәҙәттән тыш эш планын раҫланы.

Һәләк булыусылар тураһында әлегә хәбәр итмәйҙәр, әммә бер нисә кеше хәстәханаға оҙатылды- улар янғын ваҡытында бүленеп сыҡҡан матдәләр менән ағыуланған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий