Дүшәмбе көн Одесса 2 май
бәрелешенең тәүге 6 ҡорбанын ерләне. 5 кешенең исемен сер итеп тотолар- вафат
булғандарҙың туғандары яңы провокацияларҙан ҡурҡа. Янған Профсоюздар йортонда бикләнеп ҡалғандар
араһында булған майҙанға ҡаршы тороусыларҙың лидеры, өлкә советы депутаты
Вячеслав Марковты күмәк халыҡ һуңғы юлға оҙатты.
Профсоюздар йортонда
янғын Куликово яланында Рәсәй яҡлы активистарҙың палаткалы ҡаласығына ут
төртөлгәс башланған.
“Бер-беребеҙҙе
үлтерергә ярамай, әҙәм балаһына ғүмер бер тапҡыр бирелә бит,-”ти оло йәштәге
ир.
“Илайбыҙ,
бер-беребеҙгә таяныс булырға тырышабыҙ. Хәҙер беҙгә иң тәүҙә һәләк булған
кешеләребеҙҙе, үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙҙы ерләргә кәрәк.”
“Ҡайғырабыҙ, улар бит
беҙҙең Одесса кешеләре.”
Краматорскиҙа 21
йәшлек Юлия Изотова менән хушлаштылар. Ул өс дуҫы менән китеп барған автомобиль
блок-постарҙың береһендә Украина көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең уты аҫтында
ҡалған. Дүртеһе лә һәләк булған. Краматорск үҙәгендә уларға тиҙ арала мемориал
һымаҡ нәмә эшләп ҡуйҙылар.
Одессала шишәмбе йәнә
10 кешене ерләйәсәктәр. Уҙған йомала иһә йәмғеһе 46 кеше һәләк булған, 200
самаһы зыян күргән. 26 кеше әле булһа ауыр хәлдә, араларында бәлиғ булмаған ике
бала ла бар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий