среда, 7 мая 2014 г.

Славянск. Бәрелештәрҙә үлеүселәр, яраланыусылар бар.


Славянск ҡалаһы тирәһендә халыҡ ополчениеһы менән бәрелештәрҙә, кәм тигәндә, Украинаның 4 хәрби хеҙмәткәре һәләк булған һәм 30-ы самаһы тән йәрәхәттәре алған. Украина Хәрби һауа көстәренең Ми-24 вертолеты бәреп төшөрөлөүе хаҡында ла хәбәр ителә.  Ҡанатлы машина йылғаға ҡолап төшкән, осоусылары иҫән ҡалған. Был инде бәреп төшөрөлгән өсөнсө вертолет.

Федерализация яҡлылар ҙа Рәсәй яҡлы байтаҡ активистарҙың, Славянск һәм уның биҫтәләрендәге тыныс халыҡтың зыян күреүе тураһында хәбәр итә.

“Тиҙ ярҙам” килгәнсе, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек. Уколдар ҡаҙаныҡ. Уның иҫән ҡалыуы өсөн доға уҡырбыҙ,”-ти яралы дуҫы хаҡында ополчение вәкиле.

Украинаның көнсығышындағы ҡалаларҙан ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр килә. Урындағы халыҡтың һөйләүе буйынса, Славянскиға инә торған блок-постарҙы Украина хәрбиҙәре контролдә тота. Ҡала үҙәгендә ополчение баррикадаларҙы нығыта.  Хәбәр итеүҙәренсә, хөкүмәт көстәре ҡала ситендәге биҫтәлә телевышканы йәнә үҙ контроле аҫтына алғас, ополчениеға сигенергә тура килгән, әммә, раҫлауҙарынса,  бөтә административ биналар улар ҡулында.

Украина эске эштәр министрлығы федерализация яҡлыларҙы урындағы халыҡты “тере ҡалҡан” рәүешендә файҙаланыуҙа ғәйепләй. Үҙ сиратында ополчениелағылар Украина хәрбиҙәренең халыҡ йәшәгән йорттарға төбәп атыуы хаҡында һөйләй.

Киев Мәскәүҙе көсөргәнешлек тыуҙырыуҙа ғәйепләй. Рәсәй иһә кисекмәҫтән Киев һәм көньяҡ-көнсығыш региондарҙы диалог башларға саҡыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий