вторник, 17 июня 2014 г.

Франция: забастовка йәнә бер тәүлеккә оҙайтылды.


Францияла профсоюздар тимер юлсылар забастовкаһын йәнә бер тәүлеккә оҙайтыу өсөн тауыш бирҙе. Стачканың алтынсы көнө Париж тирәләй күп километрҙарға һуҙылған тығындарға алып килде. Хеҙмәтсәндәр хөкүмәттең шишиәмбе көн Милли йыйылышҡа тикшереүгә ҡуйылырға тейешле тармаҡҡа ҡағылышлы закон проектына ҡаршы сыға.

Франция премьер-министры Мануэль Вальс: Был файҙаһыҙ забастовка. 18 ай инде беҙ профсоюздар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был стачка ил мәнфәғәтенә, айырыуса имтихандар тапшырыу көнөндә, ҡаршы килә. Туҡталырға ваҡыт.”

Тимер юл транспорты ярҙамында ҙур ҡалаларға имтихандар биреү өсөн килергә тейешле лицей уҡыусылары бигерәк тә ауыр хәлдә ҡалды. Дүшәмбе көн  тимер юл маршруттарына ғәҙәттә сыға торған составтарҙың өстән бере йә яртыһы ғына сыҡты.

“Мин алтынсы көн инде эшкә һуңлайым,- ти хеҙмәт урынына ашығыусы ир.-Компаниям миңә иҫкәртеү яһаны. Был хәлдең забастовкалар арҡаһында булыуын аңлатҡан булам, әммә түрәм минең аңлатыуҙарымдан туйҙы.”


Реформаның асылы- SNCF тимер юлдары операторын тимер юлдары инфраструктураһы менән идара итеүсе компания менән берләштереү. Эш ташлаусылар раҫлауынса, тармаҡҡа реформа үткәреү уларҙың хеҙмәт шарттарын насарайтасаҡ һәм уларҙы дәүләт хеҙмәткәре статусынан мәхрүм итәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий