пятница, 27 июня 2014 г.

Жан-Клод Юнкер Еврокомиссияның яңы президенты булырмы?


Жан-Клод Юнкер яҡын арала Еврокомиссияның яңы президенты булыуы ихтимал. Был мәсьәләне Европа илдәре лидерҙары бөгөн ЕС саммитында хәл итәсәк. Ангела Меркель хуп күргән Европа консерваторҙары кандидаты, Люксембургтың элекке премьеры һәм евротөркөм башлығы Юнкер- Жозе Мануэль Баррозу креслоһына төп дәғүәсе.

“Мин әлегә Еврокомиссия президенты вазифаһын биләмәйем, әммә, әгәр эш айыҡ аҡыл менән хәл ителһә, аҙна аҙағына уҡ был мөмкин буласаҡ. Тик бөтәһе лә былай уйларға һәләтле түгел, шуға күрә көтөргә тура киләсәк.”

Юнкер кандидатураһына Британия премьеры Дэвид Кэмерондан башҡа лидерҙар риза кеүек. Кэмерон иһә, әгәр коллегалары Юнкерҙы һайлай ҡалһалар,  хатта Бөйөк Британияның ЕС составынан сығыуы менән дә янаны.


“Мин Юнкер кандидатураһына ҡаршы. Минеңсә был дөрөҫ алым түгел, ул эшләй алмаясаҡ. Мин элек әйткәнемде үтәйәсәкмен, референдум үткәрәсәкмен, һөйләшеүҙәр алып барасаҡмын һәм британлыларға мәсьәләне хәл итеү хоҡуғы биреләсәк.”

Европа лидерҙары Брюсселгә фламанд Ипраһынан килде. Унда улар Беренсе донъя һуғышы ҡорбандарын хөрмәт менән иҫкә алды, “тыныслыҡ эскәмйәһенә” һуғышта һәләк булғандарҙы хәтерләү символы әүерелгән ҡыҙыл мәктәр һалды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий