среда, 18 июня 2014 г.

Суфыйҙар Роберто Каваллиҙы плагиатта ғәйепләй.


Бөтә донъя суфыйҙары данлыҡлы итальян дизайнеры Роберто Каваллиға ҡаршы сыға, улар уны дини логотипты урлауҙа ғәйепләй. Бөтә донъя буйынса суфый студенттарының манифестациялары булып үтте.
Һүҙ JustCavalli парфюмер бренды өсөн реклама компанияһында файҙаланылған логотип хаҡында бара. Суфыйҙар әйтеүенсә, уларҙың эмблемаһы изге һәм тәрән рухи мәғәнәгә эйә, шуға күрә улар уны ҡулланыуҙы туҡтатыуҙы талап итә. Уларҙың раҫлауынса, уларҙың логотибы- теркәлгән тауар билдәһе.
Дизайнер менән бәйләнеш булдыра алмағас, дәғүәләренә юрый иғтибар итмәйҙәр тип уйлап, суфый ойошмалары вәкилдәре социаль селтәрҙә күләмле ҡаршылыҡ акцияһы ойошторҙо, ә аҙаҡ урамдарға ла сыҡты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий