четверг, 24 июля 2014 г.

Эксперттар Боинг-777 “ҡара йәшниге”нән пилоттарҙың диспетчерҙар менән һөйләшеү яҙмаларын ала алды.


Харьковтан Донецк янындағы авиаһәләкәт ҡорбандары тейәлгән йәнә бер самолет осоп китте. Уның бортына 74 табут тейәлде. Шаршамбы көн Нидерландтарға һәләк булғандарҙың 40-тан ашыу кәүҙәһен алып ҡайттылар. Улар Хильверсум ҡалаһының хәрби казармалары янындағы моргына урынлаштырылды. Судмедэксперттар ҡорбан булғандарҙың шәхесен асыҡлау эшен башланы ла инде.

Боинг-777 һәләкәткә осраған урында эҙләнеү эштәре шишәмбе көн тамамланды. Украина вице-премьеры Владимир Гройсман хәбәр итеүенсә, 282 кәүҙә һәм 87 кәүҙә өлөшө табылған.

“Йорто ҡайҙа ғына булһа ла, беҙ ул кәүҙәләрҙе үҙ йорттарына, яҡындарына ҡайтарырға теләйбеҙ. Белмәйем, барыһын да ҡайтара алырбыҙмы икән? Был табуттар, мәйеттәр һалынған тоҡтар- уларҙың күпмеһен таный алырҙар икән? Шуныһы ҡыҙғаныс: беҙ кәүҙәләр менән генә түгел, уларҙың өлөштәре менән дә эш итәбеҙ,”-тип белдерҙе һәләк булғандарҙы Нидерландтарға оҙатып барған полиция вәкиле.

Фарнборолағы Британия эксперттары иһә пилоттарҙың диспетчерҙар менән һөйләшеү яҙмалары булған тәүге “ҡара йәшникте” асты. Икенсе борт үҙяҙмаһы  осоштоң техник параметрҙарын теркәп бара. Ундағы мәғлүмәттәрҙе эксперттарға әле өйрәнәһе бар.


Ә Эйндховенда, сәскәләрҙән самолет яһап, һәләк булған 298 кешене хөрмәт менән иҫкә алдылар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий