суббота, 12 июля 2014 г.

Рәсәй-Куба: Владмир Путин Гаванаға килде.


Рәсәй президенты Владимир Путин рәсми визит менән Гаванаға килде. Был уның Көньяҡ Америка турнеһындағы тәүге туҡталыш, Кубанан тыш Рәсәй лидеры Аргентина һәм Бразилияла буласаҡ.

Программаның төп пункттары- Азатлыҡ утрауы етәкселеге, шул иҫәптән Фидель Кастро менән һөйләшеүҙәр, совет яугир-интернационалистар һәйкәленә венок һалыу.

Иҡтисад һәм хәрби хеҙмәттәшлек өлкәһендәге байтаҡ документтарға ҡул ҡуйыу көтөлә.


Ошоға бәйле политологтар илдәрҙең бер нисә йыл элек башланған тығыҙ хеҙмәттәшлек программаһының логик дауамы хаҡында һөйләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий