Мон-Сен-Мишель
утрауы популярлығы буйынса Эйфель
башняһынан ҡала Францияла икенсе урында
тора. Ҡаяла урынлашҡан аббатлыҡ һәм
архитектура ҡомартҡыларына бай ҡасабанан
тыш һыу ҡалҡыу ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Һыуҙың ныҡ күтәрелеүе арҡаһында, Мон-Сен-Мишель йылына ике тапҡыр утрауға
әйләнә- уны ҡитға менән тоташтырыусы
тар ғына юл да хатта һыу аҫтына китә.
Әле-тап шундай мәл.
“Беҙ
тулҡын ҡағылышын ишетәбеҙ, тауыш
көсәйгәндән-көсәйә бара, аҙаҡ тар ғына
аҡ һыҙат күҙгә ташлана,-тип һөйләй
урындағы гид.-Ул яҡыная, ҙурая, аҙаҡ
диңгеҙ күбеге һәм бик күп һыу диңгеҙ
ҡултығын тултыра. Әкиәти был тамашаны
ҡарап, шундай һорау тыуа: ҡайҙан килә
был һыу?”
“Мөғжизәле
мәл, һоҡландырғыс буяуҙар,-ти турист
ҡатын.-Был- үҙенсәлекле урын, аллаһҡа
ышанмаған хәлдә лә, юғары рухи күтәрелеш
тояһың.”
“Тормоштоң
бөтөнлөгөн тояһың, үҙеңде шат, бәхетле
итеп хис итәһең, сөнки был, ысынлап та,
илаһи мәл.”
Мауыҡтырғыс
тамашаның шаһиты була алмағандар бындай
мөмкинлекте 21 мартта татый аласаҡ, ул
саҡта 100 йыл эсендәге иң көслө һыу
күтәрелеү буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий