суббота, 16 августа 2014 г.

Украина сик һаҡсылары Рәсәйҙең гуманитар йөгөн тикшерә.


Украина сик һаҡсылары һәм таможня хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең гуманитар йөгөн тикшерә. 280 йөк машинаһынан торған колонна Ростов өлкәһендәге сик буйы пунктында тора. Ҡыҙыл Тәре вәкилдәре белдереүенсә, гуманитар йөктө оҙатыу хаҡында килешелгән, әммә Украина территорияһында колоннаның именлеген тәьмин итеү мәсьәләһе асыҡ ҡала.

Ҡыҙыл Тәре һис ҡасан хәрби һаҡ менән йөрөмәй, шуға күрә үҙебеҙҙең оҙатыусыларыбыҙ һәм уларҙың именлегенә гарантия кәрәк. Алдан билдәләнгән маршрут буйынса беҙҙе бөтәһе лә үткәрергә риза булыуына ныҡлы ышанырға тейешбеҙ.”

Сочиҙа иһә Финляндия президенты Саули Нийнистё һәм Рәсәй президенты Владимир Путин осрашты. Путин, Украинала конфликт тиҙ арала туҡталһын һәм унда гуманитар ярҙам барып етһен өсөн, Рәсәйҙең бөтәһен дә эшләйәсәген белдерҙе.

Сочиҙан Нийнистё Киевҡа юл тотасаҡ, шәмбе көн ул Украина президенты менән осрашасаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий