четверг, 25 сентября 2014 г.

Олланд: террористарға беҙҙең яуап глобаль буласаҡ.


Ислам дәүләте” экстремистары менән бәйле “Хәлифәлек һалдаттары” боевиктары Алжирҙа ҡулдарына эләккән Франция гражданины Эрве Гурделдең башын ҡырҡҡан.

Террористар аманатты язалауҙы һүрәтләүсе видеоматериалды таратҡан. Роликтарын улар “Француз хөкүмәтенә ҡанлы мөрәжәғәт” тип атаған.

Шаршамбы БМО именлек Советы ултырышында Франция президенты Олланд былай тип белдерҙе:

Франция террористар сәбенә тәүге тапҡыр ғына эләкмәй, тик ул бер ҡасан да бирешмәне, берҙәмерәк һәм көслөрәк була барҙы. Башҡа илдәр ҙә бындай вәхшиҙәрсә акттарға дусар булды. Бына шуға күрә лә беҙҙең яуап глобаль, тиҙ һәм нәтижәле булырға тейеш.

Алжирға турист сифатында килгәс, Гурдель баш ҡаланан 120 километр алыҫлыҡтағы Тиҙи-Уҙу һәм Буир виләйәттәре араһындағы йортта урынлашҡан. Ҡораллы төркөмдәр эш алып барған был таулы-урманлы ерҙә уны урлағандар ҙа инде.



Комментариев нет:

Отправить комментарий