суббота, 20 сентября 2014 г.

Сүриә курдтары Төркиәгә ҡаса.


Төркиә Шанлыурфы янында үткәреүҙе көтөп бер тәүлек буйы көтөп торған Сүриә ҡасаҡтары өсөн сикте асты.

Ил сигенә 4 меңгә яҡын курд килде. Улар “Ислам дәүләте” экстремистары һәм урындағы үҙоборона көстәре араһында алыш көсәйгән райондарҙан киткән. Һуңғы тәүлектәрҙә боевиктар танкылар ярҙамында Cүриәнең төньяғындағы 20-нән ашыу ауылды баҫып алған.

Ислам дәүләте” танкылары ауылға һөжүм итте. Улар өйҙәребеҙгә атты. Беҙгә ҡасырға тура килде. Боевиктар ауылға инде. Әйләнеп ҡарағас, ауылдың ут эсендә икәнлеген күрҙек- йорттарыбыҙ яна ине,”-ти бер ҡасаҡ.

Төркиә властары именлек көстәренә Сүриәнең һыйыныу урынына мохтаж булған бөтә граждандарын ҡабул итергә күрһәтмә бирҙе. Шуға саҡлы, Төркиәнең бөтә ҡасаҡтарҙы ла ҡабул итмәйәгәсәге хаҡында иғлан ителгәс, сүриәлеләр һәм сик буйы һаҡсылары араһында бәрелештәр булып алды.

Сүриәнең төньяғында иһә радикалдар һәм үҙоборона көстәре араһында һуғыштар дауам итә- интернеттағы видеояҙмалар шул хаҡта һөйләй. Сүриә курдтары, хәрби ярҙам һорап, региондың бөтә курдтарына мөрәжәғәт итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий