суббота, 1 ноября 2014 г.

Ирак курдтары ҡорал һорай һәм ныҡ торорға вәғәҙә бирә.


Иракта курд хәрбиҙәре һәм ополчениеһы “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктары баҫып алған территорияларҙы айырып тороусы сик һыҙығындағы пункттарҙы контролдә тота.

Курдтарҙың ҡораллы көстәре (пешмерга), бер нисә курд районынан, шул иҫәптән беҙҙең кино төшөрөү төркөмө йүнәлгән Махмур ҡалаһынан боевиктарҙы ҡыуып сығарып, үҙ контроле аҫтындағы ерҙәрҙе киңәйтә алған. Фронт һыҙығы хәҙер бынан үтә.

Пешмерганың ҡайһы бер сит илдәрҙән килтерелгән ауыр ҡоралдары бар, әммә ул күберәк талап ителә, сөнки экстремистарҙың Ирак армияһынан тартып алынған заманса ауыр ҡоралы етерлек.

Танкыға ҡаршы снарядтар кәрәк. Беҙ халыҡ-ара йәмәғәтселектән ярҙам һорайбыҙ. Беҙ, курд пешмергаһы, үҙебеҙҙе һәм башҡа илдәрҙе ҡотҡарыу өсөн, үҙебеҙҙе ҡорбан итәбеҙ, террористар менән һуғышабыҙ,”-ти генерал-майор Раид Тхаэр.

Пешмерга (“үлемгә барыусылар”) аңлы рәүештә Ирак армияһы менән дистанция тота. Ҡораллы курд отрядтары Багдадтҡа буйһонмаған үҙ аллы хәрби көскә әйләнде.

Ҡорал һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары етешмәүгә ҡарамаҫтан, пешмерга аҙаҡҡаса ныҡ торорға һәм боевиктарға Ирак Курдстаны баш ҡалаһы Эрбилгә барып етергә мөмкинлек бирмәҫкә ҡарар иткән.

Ирак армияһы иһә экстремистар менән Багдадтан төньяҡта һәм көнбайышта алыша һәм баш ҡаланан 200 километрҙа ятҡан Бейджи ҡалаһына юл тота.
Боевиктар июндә баҫып алған Бейджи ҡалаһының нефть эшкәртеү заводында Ирактағы таҙартылған яғыулыҡтың өстән бер өлөшө етештерелә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий