среда, 19 ноября 2014 г.

Human Rights Watch Конго Демократик Республикаһындағы үлтерештәрҙе ғәйепләй.


Конго Демократик Республикаһы полицияһы, Киншасалағы енәйәтсел элементтар менән көрәш операцияһы барышында, 50-нән ашыу кешене үлтергән, 30-ҙан ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған- Human Rights Watch хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы докладында шул турала әйтелә.

Полицияның “Ликофи” операцияһы уҙған йылдың ноябренән ошо йылдың февраленә ҡәҙәр алып барылған.

Human Rights Watch вәкиле:

Полицейскийҙар “кулуна” талаусылар бандаһын эҙләп, бер район артынан икенсе районды тикшереп сыҡҡан. Йыш ҡына улар ҡулға алынғандар банда ағзаһымы икәнен тикшереп тә тормаған. Һөҙөмтәлә бер зыянһыҙ кешеләр зыян күргән. Ҡайһы саҡ улар йәш ир-атты йорттанынан сығарып туҡмаған, ғаилә ағзалары һәм күршеләре алдында кәмһеткән. Ҡулға алынғандарҙы үлтереү осраҡтары ла булған.”

Властарҙың һүҙе буйынса маҡсаты ойошҡан енәйәтсел төркөмдәр менән көрәшеү булған “Ликофи” операцияһы граждандарҙы үлтереү, урлау менән бергә барған.

Ликофи” махсус операцияһы барышында улын юғалтҡан әсә:

Улар улымды алып китте. Быға хәҙер бер йыл үтте инде. Ул хәҙер хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә.”

Хоҡуҡ һаҡлаусылар 100-ҙән ашыу шаһиттан- полицейскийҙарҙан да, һәләк булғандарҙың туғандарынан да һорашып сыҡҡан. Докладта әйтелеүенсә, тәртип һағында тороусылар саҡ ҡына шик тыуыу менән ҡоралһыҙ йәштәрҙе атып үлтергән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий