воскресенье, 18 января 2015 г.

Обама бай американлылар өсөн һалымдарҙы арттырырға уйлай.


АҠШ президенты Барак Обама бай американлылар өсөн һалымдарҙы арттырырға һәм мираҫ булып ҡалған ҡиммәтле ҡағыҙҙар өсөн йыйым льготаларын бөтөрөргә уйлай. Был тәҡдимдәр менән дәүләт башлығы 20 ғинуарҙа “илдәге хәлдәр тураһында”ғы үҙенең Конгресҡа мөрәжәғәтендә сығыш яһарға уйлай, тип хәбәр итә Аҡ йорттағы сығанаҡтарға таянып Associated Press .
Обама дөйөм йыллыҡ килеме 500 мең долларҙан артыҡ булған ғаиләләр өсөн һалымды 23,8 проценттан 28 процентҡа ҡәҙәр күтәрергә уйлай тип көтөлә.
Сығанаҡтарҙың һүҙҙәре буйынса, президент шундай инициативалар менән сығыш яһамаҡсы: студенттарҙың ҡайһы бер категорияларын колледждарҙа белем алыуға түләүҙән азат итеү, эшләүсе граждандарҙың отпускыларын ҙурайтыу һәм, американлыларҙың электрон мәғлүмәттәрен һаҡлау өсөн, киберхәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү.
Конгрестың ике палатаһында ла күпселекте тәшкил иткән Республика фирҡәһе вәкилдәре дәүләт башлығының ҡайһы бер тәҡдимдәренә ҡаршы сығыр тип күҙаллана. Дөйөм алғанда, һалым кодексындағы үҙгәрештәргә улар ҡаршы түгел, әммә дәүләт башлығының бындай инициативаларына улар бик оҙаҡ ҡаршы булып килде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий