вторник, 6 января 2015 г.

Грецияның еврозонала ҡалыу-ҡалмауы билдәһеҙ.


Евросоюзда немец канцлерының грек коллегаһы Антонис Самарасты уртаҡ валюталы илдәр етәкселәре клубында ҡалдырырға тырышыуҙан баш тартыуы хаҡында хәбәрҙәр йөрөй. Бер нисә йыл элек иһә драхмаға кире ҡайтыу бөтә еврозонаны юҡҡа сығарыу менән янай ине.

Шпигель” баҫмаһы веб-сайты Ангела Меркелдең һул радикаль СИРИЗА коалицияһының власҡа килеүе Грецияның был зонанан сығыуына алып килер ине тигән һүҙҙәрен ҡабатлай.

Рәсми Берлин позицияһы үҙгәреүен инҡар итә, тик Афина үҙенең финанс йөкләмәләрен үтәргә тейеш тип бара. Ә Еврокомиссия вәкиле дүшәмбе көн союздың төп килешеүе еврозона ағзалығынан сығыуҙы рөхсәт итмәүе тураһында белдерҙе.

Европа сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Даниэл Грос фекере буйынса, хәҙер ЕС-тың валюта системаһы бындай тетрәнеүҙәргә бирешмәйәсәк, әммә ундай хәлдең булыуы икеле:

Хәлдәр 2012 йылдан айырыла, өҫтәүенә Грецияны берәү ҙә ҡыуып сығара алмаясаҡ,-ти немец иҡтисадсыһы.- Гректар еврозонала ҡалырға теләй икән, бының өсөн күп аҡса кәрәкмәй, хатта бурыстарҙы биреү ҙә талап ителмәй. Йәғни, Греция түләүҙән баш тарта, тик евроны үҙендә ҡалдыра икән, башҡалар, юридик һәм практик сәбәптәр арҡаһында, бер нәмә лә эшләй алмаясаҡ.”

Һайлау алды кампанияһы барышында СИРИЗА лидеры Алексис Ципрас еврозона бөтөнлөгөн һаҡлау яғында булды.Шул уҡ ваҡытта ул финанс ярҙамы байына үтәлергә тейешле булған ҡаты шарттарҙан баш тартырға вәғәҙә бирә.

Германия ҡаты экономия сараларынан баш тарта ала,-тип дауам итә Даниэл Грос.-Әммә Греция быны булдыра алмай, сөнки уның аҡсаһы юҡ.”

Берлин һәм Брюсселдең ҡайһы бер белдереүҙәре көрсөктө яңғыҙ килеш еңеү ауыр булыуына Афинаны ышандырырға тырышыуға бәйлелер, моғайын.






Комментариев нет:

Отправить комментарий