понедельник, 5 января 2015 г.

Мосолмандар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) тыуған көнөн байрам итте.


Донъя мосолмандары шәмбе көн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) тыуған көнөн байрам итте. Традиция буйынса, байрам ай календарының өсөнсө айы -рабиғыләүүәлгә – ислам диненә нигеҙ һалыусы пәйғәмбәребеҙ тыуған һәм вафат булған айға тура килә. Мысыр баш ҡалаһы Ҡаһирәлә байрам кәйефе хөкөм һөрә. Мосолмандар һөйләй:

Был көндө беҙ дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән аралашабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) тыуған көнө хөрмәтенә бөтә ғаилә ағзалары шатланып осраша.”

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) тыуған көнөндә барыбыҙ ҙа шатлыҡ тойғоһо кисерә. Мысырҙа ла, башҡа илдәрҙә лә, мосолман булыуыбыҙҙы, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) менән тығыҙ бәйләнеште тоябыҙ.”

Йыл һайын мосолмандар был көндө намаҙ тороп, Ҡөрьән уҡып, пәйғәмбәребеҙҙең тормошон иҫкә төшөрә һәм мохтаждарға саҙаҡа тарата.

Euronews хәбәрсеһе Ҡаһирәнән тапшыра:

Байрамда ҡатнашҡан кешеләрҙең теләге- ислам өсөн тип эшләнгән көс ҡулланыуҙарҙан һәм терроризмдан баш тартыу. Кешеләр, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) өндәгәнсә, һөйөүгә һәм килешеп йәшәүгә саҡыра.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий