четверг, 8 января 2015 г.

Донъя йәмәғәтселеге Париждағы терактты ғәйепләй.


Донъя йәмәғәтселеге Париждағы “Шарли эбдо” сатирик журналы редакцияһына һөжүмде ҡырҡа ғәйепләп сыҡты. Германия канцлеры Ангела Меркель уны, "француз граждандарына ҡаршы һөжүм генә түгел, азат демократик мәҙәниәттең төп элементы булған һүҙ һәм матбуғат азатлығына ла һөжүм", тип атаны.

Европа парламенты исеменән ҡайғы уртаҡлашам,-тине европарламент башлығы Мартин Шульц.-Беҙ был көс ҡулланыуҙы ғәйепләйбеҙ. Ул кешеләр йәмғиәтебеҙҙең ҡиммәттәренә ҡарата шик тыуҙыра алмаясаҡ, беҙ үҙ-ара хөрмәт һәм фекер азатлығы принциптарынан бер ҡасан да баш тартмаясаҡбыҙ.”

Һөжүмде Британия премьеры Дэвид Кэмерон да ғәйепләп сыҡты:

Мин шуны беләм: беҙҙең парламент һәм беҙҙең ил терроризмдың бөтә формаларына ҡарата оппозицияла тороуы менән француз халҡы менән теләктәш. Беҙ һүҙ азатлығын һәм демократияны яҡлайбыҙ, был кешеләр ул ҡиммәттәрҙе беҙҙән һис ҡасан тартып ала алмаясаҡ.”

Террорҙың бөтә төрҙәренә ҡаршы көрәшергә тейешбеҙ,-тине Төркиәнең сит ил эштәре министры Мәүлет Чавуш улы.-Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө донъяла терроризмға ҡаршы саралар етерлек түгел. Динебеҙ- тыныслыҡ дине. Уның төп мәғәнәһе - тыныслыҡта, шуға күрә террор менән исламды бергә бәйләү төптө хата.”

Ватикан вәкиле һөжүмде "икеләтә ҡәбәхәт һәм әшәке," тип атаны, сөнки, белдереүҙә әйтелеүенсә, ул террористик һөжүм генә түгел, матбуғат азатлығына ҡаршы йүнәлтелгән акт.


Комментариев нет:

Отправить комментарий