пятница, 9 января 2015 г.

Медведев ҡатыны менән бергә балалар йортона фототехника бүләк итте.


Иваново өлкәһе хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев ҡатыны Светлана менән, һәләтле балаларға тәғәйенләнгән “Звездный” балалар йортона барып, унда тәрбиәләнеүселәрҙе байрам менән ҡотланы, тәм-том һәм фотостудия өсөн ҡорамалдар бүләк итте.

Звездный” балалар йортоноң, Медведев унда 2011 йылда булғандан һуң, Рәсәй президенты резерв фондынан 30 миллион һум аҡса бүленеп, бинаһына капиталь ремонт яһалғас, профиле үҙгәртелде.

Хәҙер “Звездный” балалар йортонда 7-18 йәштәрҙәге 45 бала йәшәй. Улар вокал, музыка, хореография, спорт, һынлы сәнғәт, дизайн һәм тегеү менән даими шөғөлләнә. Балалар йортоноң үҙ фотостудияһы бар. Медведевтар һәр йыл һайын Раштыуала бында килә.



Комментариев нет:

Отправка комментария