Төркиә
ғәскәрҙәре, Ғосман империяһына нигеҙ
һалыусыларҙың бабаһы булған Сөләймән
Шаһ кәшәнәһен һаҡлаусы хәрбиҙәрҙе
эвакуациялау өсөн, Сүриә сиге аша сыҡты.
Юғары пост биләүсе кешеләр хәбәр
итеүенсә, эвакуация ваҡытында бер һалдат
һәләк булған. Әле тикшереү бара.
Кәшәнә
Евфрат ярында, Төркиә сигенән 30 километр
алыҫлыҡта урынлашҡан. 1921 йылғы Анкара
килешеүенә ярашлы, был урын Сүриә
территорияһындағы Төркиә анклавы һанала
һәм унда 38 хәрби хеҙмәткәр булған даими
алмашынып тороусы төрөк контингенты
тора.
Төркиә
премьер-министры Әхмәт Дауыт улы матбуғат
конференцияһында хәбәр итеүенсә, төрөк
ғәскәрҙәре операцияһы үткән айҙа был
территорияны “Ислам дәүләте” бевиктарынан
азат иткән курдтар менән килешеп эшләнә.
2014
йылдың көҙөндә “Ислам дәүләте” төркөмө
изге урынды һаҡлаған Төркиә ғәскәренең
20 хәрби хеҙмәткәрен әсирлеккә алғайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий