четверг, 19 февраля 2015 г.

Швейцария: NSBC банкыһының Женевалағы филиалы менән прокуратура ҡыҙыҡһына.


Швейцария полицияһы Британияның Женевалағы NSBC банкы филиалы тарафынан “бысраҡ” аҡсаларҙы "йыуыу" факты буйынса тикшереү эше башланы. Ошо тикшереү сиктәрендә шаршамбы иртән Женевалағы банк филиалы бинаһында тентеү үтте.

Женева кантоны прокуратураһы хәбәр итеүенсә, банкыға ҡаршы енәйәт эше баҫмаларҙағы уның эшмәкәрлеген фашлаусы мәғлүмәттәр арҡаһында башланған.

Тикшереүҙең маҡсаты- халыҡҡа сығарылған мәғлүмәттәрҙең дөрөҫ-дөрөҫ түгеллеген, банкыға йәки физик шәхестәргә- хеҙмәткәрҙәргә, клиенттарға аныҡ ғәйепләү белдерерлек нәмәләрҙе асыҡлау,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кантондың Генераль прокуроры Оливье Жорно.


40-тан ашыу дәүләттең 140-тан ашыу журналисы ҡатнашҡан асыҡ тикшереү барышында асыҡланыуынса, NSBC-тың Швейцария филиалы аша 2006- 2008 йылдарҙа “транзит менән” шул иҫәптән офшор зоналарға ла күсерелгән 180 млрд самаһы доллар үткән. Раҫлауҙарынса, һүҙ бында банк клиенттары тарафынан “бысраҡ аҡсаларҙы йыуыу,” һалым органдарынан килемдәрҙе йәшереү һәм терроризмды финанслау хаҡында ла бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий