вторник, 24 марта 2015 г.

Автомобилдәрҙең яртыһын Париж урамдарынан алдылар.


Париждың тығындар менән билдәле Ҡулса юлы (Периферик) дүшәмбе көн бер аҙ бушап ҡалды- был һуңғы көндәрҙә һауаның ныҡ бысраныуына ҡаршы властар күргән саралар һөҙөмтәһе ине. Баш ҡалала һәм уның тирәһендә автомобилдәр һанын ҡыҫҡартыу өсөн, дүшәмбенән, 23 марттан, (таҡ һан) урамдарҙа таҡ һанлы транспорт сараларына ғына йөрөргә рөхәсәт бирелде.

Француз баш ҡалаһы ҡунаҡтарын был һөйөндөрҙө:

Беренсенән, был урам хәрәкәте өсөн яҡшы. Автомобилдәр яртылаш кәмегән Париж буйлап йөрөүе күпкә яҡшыраҡ. Айырыуса беҙҙең һымаҡ провинциянан килеүселәр өсөн һәйбәт. Икенсенән, тирә-яҡ мөхит өсөн шәп.”

Парижда йәшәүселәрҙең фекере икенсерәк:

Беҙ -был хәлдең аманаттары. Властар тирә-яҡ мөхитте бысратыусы автомобилдәр сығарған етештереүселәргә ҡаршы эш башлаһын ине! Мин шуға ышанам: атмосфераны таҙа килеш һаҡларға мөмкинлек биреүсе технологиялар ҡайҙалыр бар бит ул.”

Тәртипте боҙоусыларға 22 евро штраф түләргә тура килде. Шулай ҙа властар ул сараны оҙайтмаҫҡа булды. Ҡояш сыҡты; һауа торошо үҙгәреү менән, ҡаланы ҡаплаған һөрөм дә кәмене- Париждың гүзәллеге томан аша яңынан пәйҙә булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий