воскресенье, 22 марта 2015 г.

Төрөк курдтары башлығы Анкара менән килешеп йәшәргә саҡыра.


Төрөк курдтары башлығы Абдуллаһ Оджалан үҙенең яҡлыларҙы “Курдстан Эшселәр фирҡәһенең Төрөк Республикаһына ҡаршы 40 йыл буйы дауам иткән ҡораллы ҡаршы тороуын" туҡтатырға саҡырҙы.

Ғүмерлек төрмәгә ултыртылған Оджаландың саҡырыуы Диярбаҡырҙа- төрөк курдтарының рәсми булмаған баш ҡалаһында- Науруз байрамы айҡанлы ойошторолған күп һанлы митингыла уҡып ишеттерелде.

Курдстан Эшселәр фирҡәһе башлығы яҡын айҙарға планлаштырылған ҡоралһыҙланыу буйынса тыныслыҡ конференцияһында ҡатнашырға саҡырҙы. Әммә ике йыл элек Ирактың төньяғына күсенгән Курдстан Эшселәр фирҡәһе һуғышсыларының бер өлөшө Анкара менән тыныслыҡ хаҡында килешеү төҙөлгәс кенә ҡорал һалырға ризалаша. Шул уҡ ваҡытта курдтарҙың күпселеге яңы йылда ҡораллы алыш туҡталыр тигән өмөттә:

Беҙ тыныслыҡ яҡлы. Беҙгә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Барыһы ла тыныслыҡ теләй. Көс ҡулланыуҙар берәүгә лә ярҙам иткәне юҡ әле. Һуғыш берәүгә лә кәрәкмәй. Һуғыш берәүгә лә файҙа биргәне юҡ,-”ти Диярбаҡырҙа йәшәүсе.


Курдстан Эшселәр фирҡәһенең төрөк хәрбиҙәре менән ҡораллы ҡаршылығы осронда 40 меңдән ашыу кеше һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий