вторник, 12 мая 2015 г.

Рим Папаһы Франциск: “Күптәр һуғыш иҫәбенә йәшәй.”


Рим Папаһы Франциск Ватиканда 7 мең бала менән осрашты. Бәләкәй ҡунаҡтарҙы понтифик ҡабул итте, планетала тыныслыҡты һаҡлау осрашыуҙың төп темаһы ине.

Аудиенция ваҡытында һәр бала Рим Папаһына итальян телендә үҙ исемен атаны, ҡайһы илдән килеүен белдерҙе.

Ҡайһы бер балалар понтификка һорауҙар бирҙе, ә ул уларға бик теләп яуап ҡайтарҙы:

Тыныслыҡты булдырыу өҫтөндә көн һайын эшләргә кәрәк. Был бит сәнәғәт продукты емеше түгел, уны беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән төҙөйбөҙ. Донъяның бик күп абруйлы кешеләре тыныслыҡҡа ынтылмай, сөнки улар һуғыш иҫәбенә йәшәй. Был- үлем индустрияһы!

Балаларҙың Ватиканға сәйәхәтен төрлө милләт балаларының мәҙәни диалогы менән шөғөлләнгән хөкүмәттеке булмаған “Peace Factory” ойошмаһы финансланы.


Комментариев нет:

Отправка комментария