среда, 27 мая 2015 г.

Еврокомиссия мигранттарҙы бөтә ЕС илдәренә таратыу яҡлы.


Шишәмбе көн йәнә 300 легаль булмаған иммигрант Евроберләшмә территорияһына- Грецияның Кос утрауы ярҙарына килеп төштө. Афина властары Еврокомиссиянан ҡасаҡтарҙы таратып урынлаштырыу программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтеүҙе талап итә. Был программа, Африка һәм Яҡын Көнсығыш ҡасаҡтарының төп ағымы йүнәлгән Греция, Италия һәм Мальтаны бер аҙ бушатыу маҡсатында, бөтә ЕС илдәренә лә мигранттар өсөн квота индерә.

Беҙ, Грецияны ла индереп, әле илдәрҙең тәүге һыҙатында тупланған мигранттарҙы бүлеп алыу механизмын эшкә егеү яҡлы. Ҡасаҡтарҙы Бөтә Евросоюзда тигеҙ итеп бүлеп урынлаштырырға тейешбеҙ,”-тине мигранттар эше буйынса ЕС комиссары Димитрис Аврамопулос.

Мигранттарҙы таратып алыу программаһы, бәхет эҙләүселәрҙең караптары Европа ярҙарында һәләкәткә осрап, байтаҡ кеше һәләк булғас эшләнелде.

Квоталар, һәр илдең эске тулайым продукт кимәле, халыҡ иҫәбе, эшһеҙлек кимәле һәм территорияһындағы ҡасаҡтар һанына ҡарап, айырым билдәләнде.

ЕС-тың күп илдәре был идеяға шикләнеп ҡарай. Улар фекеренсә, ҡасаҡтарҙы таратып алыу программаһы, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, бер нәмәгә ҡарамай Европаға ынтылған мигранттарҙы дәртләндереп кенә ебәрәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий