вторник, 9 июня 2015 г.

Төркиә: һөйләшеүҙәр еңел булмаясаҡ.


Парламент һайлауҙары һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң, Рәжәп Тайип Эрдогандың Төркиәнән президент республикаһы яһау планы юҡҡа сыҡты. Әгәр президент үҙенең нисек идара итеүе хаҡында халыҡтың фекерен белергә теләгән булһа, Эрдоган өсөн әлеге һайлауҙар- ҙур уңышһыҙлыҡ.

Уның сәйәси көсө- Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе- 2011 йыл менән сағыштырғанда, 3 миллионға кәмерәк тауыш йыйҙы. Ә иң мөһиме- уның фирҡәһе парламентта 70 урынды һәм Эрдоган күнегеп киткән абсолют күпселекте юғалтты. 2002 йылдан бирле тәүге тапҡыр Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе парламент менән бер үҙе генә идара итә алмаясаҡ. Эрдогандың ышаныслы вәкиле- премьер-министр Әхмәт Дауыт улы- Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе тарихындағы иң ҙур еңелеүҙең шаһиты булды. Йәкшәмбе кис ул үҙенең яҡлылар алдында фирҡәнең еңеүе тураһында белдерҙе. Әммә киң мәғлүмәт саралары яҙыуынса, был- Пирр еңеүе, ул власть алып килмәй.

Әлеге һайлауҙар йәнә бер мөһим үҙгәреш алып килде: парламентҡа тәүге тапҡыр курдтар яҡлы уң көстәр- Халыҡтарҙың демократик фирҡәһе инде. Уның башлығы Сәләхетдин Тимерташ өсөн һайлаусыларҙың 13 проценты тауыш бирҙе, йәғни улар парламентта 80 урынға эйә булды. Тимерташ идара итеүсе фирҡә менән коалицияға инеүҙән баш тартты һәм президент республикаһы мәсьәләһен оноторға мөмкин тип белдерҙе.

Шулай итеп, Төркиә билдәһеҙлек осорона аяҡ баҫты. Сәйәсмәндәргә хөкүмәт төҙөргә кәрәк, ә был иһә фирҡәләр араһындағы ябай булмаған һөйләшеүҙәр тигән һүҙ. Хәҙер бөтәһе лә Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе башлығы Әхмәт Дауыт улы үҙен нисегерәк тотор икән тип көтә, оппозиция менән ул уртаҡ тел таба алырмы, яңы хөкүмәт парламенттың ышанысын ҡаҙана алырмы. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, Әхмәт Дауыт улының 45 көнө бар. Әгәр килешеү булмаһа, Эрдогандың ваҡытынан алда парламент һайлауҙарын тәғәйенләргә хоҡуғы бар, уны 3 айҙан һуң уҙғарырға кәрәк буласаҡ.

/Пирр еңеүе- еңелеүгә бәрәбәр еңеү/












Комментариев нет:

Отправить комментарий