среда, 5 августа 2015 г.

Атом бомбаһын ташлауға 70 йыл үткән.


Шаршамбы көн Хиросимала ҡаланы бомбаға тотоуҙың 70 йылы айҡанлы тантаналар башланасаҡ. 1945 йылдың 6 авгусында Америка авиацияһы кешелек тарихында тәүге тапҡыр атом бомбаһын ҡулланды. Өс көндән операция Японияның икенсе ҡалаһында- Нагасакиҙа ҡабатланды. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, бомбаға тотоу ҡорбандары- 150-200 мең кеше.

Кимиэ Михару ул саҡта Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Күргәҙмә үҙәгендә эшләй. Шартлау үҙәге тап ошо бинаға тура килә һәм аҙаҡ ул бомбаға тотоу символына әүерелә.

Кимиэ Михару:
Мин иҫән ҡалдым, сөнки ул көн эшкә һуңлағайным. Бәхетем бар икән. Ә эшкә ваҡытында килгәндәрҙең барыһы ла һәләк булды. Уларҙың яҙмышы шулай булыуға бик көйөнәм.”


Хәҙер Хиросималағы яртылаш емерек “Гэмбаку көмбәҙе” йәки “Атом шартлауы көмбәҙе” тип атап йөрөтөлгән был бина бомбардировка ҡорбандары мемориалына әүерелдерелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий