Хыянатсыл
йәрҙәр өсөн Ashley
Madison сайтын
асҡан Канаданың Avid
Life Media
компанияһы порталдан 40 миллион
ҡулланыусынан 36 миллионының шәхси
мәғлүмәттәрен урлаған хакерҙар төркөмө
хаҡында хәбәр иткәндәргә ярты миллион
доллар вәғәҙә итте.
Хакерҙар,
урланған мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарыу
менән ҡурҡытып, был компанияның танышыу
сайттарын ябыуҙы талап итә.
“Был
эштә беҙ уҫал енәйәтселәргә тап булдыҡ,-ти
Канада полицияһы офицеры.-Төрлө мәғлүмәт
саралары раҫлағанса, был шаяртыу түгел,
көлкө лә, уйын да түгел.”
Хакерҙар,
янауҙарының буш хәбәр түгеллеген раҫлап,
сайт менән ҡулланыусыларҙың ҡайһы бер
шәхси мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарғас,
уларҙың икәүһе үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Бынан
тыш ҙур аҡсаға мәғлүмәттәр менән
файлдарҙы юҡ итергә тәҡдим иткән мут
әҙәмдәр ҙә пәйҙә булған.
Полиция,
енәйәтселәр ведомстволарҙың электрон
адрестарынан, шулай уҡ Аҡ йорттоң
электрон почта йәшнигенән файҙаланып,
танышыу сайтында теркәлгән күп һанлы
чиновниктарҙы, шулай уҡ АҠШ хөкүмәте,
администрацияһы һәм хәрби ведомство
чиновниктарын да шантажлай башларҙар,
тип шөрләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий