суббота, 1 августа 2015 г.

Германия: журналистарға ҡарата ҙур яңғыраш алған тикшереү туҡтатылған.


Германияла netzpolitik.org онлайн-баҫмаһы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген тикшереү туҡтатылған. Бынан алда контрразведка функцияһын үтәгән конституцияны яҡлау буйынса Федераль ведомство журналистарҙы дәүләт серен таратыуҙа ғәйепләгәйне. Һүҙ аноним сығанаҡ тапшырған ведомствоның интернет-ҡулланыусылар артынан күҙәтеүҙе киңәйтеү хаҡындағы йәшерен документтары файҙаланылған мәҡәләләр тураһында бара.

Германияның юстиция министры Хейко Маас:

Мин федераль прокурорға журналистарҙың Германияға зыян һалырға һәм публикациялары менән сит дәүләткә файҙа килтерергә ниәтләүҙәренә шик белдерҙем.”

Күп кенә немец сәйәмәндәре һәм журналистары тикшереү башлауҙы ҡаты тәнҡитләне. Netzpolitik.org онлайн-платформаһы 2002 йылда барлыҡҡа килгәйне. Блог халыҡ-ара “Сиктәрһеҙ репортерҙар” халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы премияһына лайыҡ булды.

Онлайн-платформаға нигеҙ һалыусы һәм уның шеф-редакторы Маркус Бекедаль былай ти:

Эдвард Сноудендың фашлауҙарынан һуң, федераль хөкүмәт быға ҡыҫылышы юҡлығын иҫбатларға тырыша. Әммә йәшерен хеҙмәттәр һәм федераль хөкүмәт махсус рәүештә конституцияны боҙоуы ихтимал. Хәҙер улар быны документтар ярҙамында раҫлаусы материалдар йыйыусыларға һөжүм итә.”


Германияла 50 йылдан ашыу ваҡыт эсендә журналистарҙы дәүләт серен таратыуҙа тәүге тапҡыр ғәйепләйҙәр. Немецтарҙың ҡануниәте буйынса дәүләт серен таратыусыларға ғүмерлек төрмә янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий