среда, 26 августа 2015 г.

ЕС Венгрияға ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә ярҙам итәсәк.


Йыл башынан алып Венгрия үҙ территорияһында 100 мең яңы мигрантты теркәне(уҙған йыл менән сағыштырғанда, был 57 меңгә күберәк). Шишәмбе Евроберләшмә уға өҫтәмә финанс ярҙамы хоҡуғы менән тәьмин иткән “фронт алды дәүләте”статусын бирергә вәғәҙә итте. Алға киткән ЕС илдәренә ынтылған ҡасаҡтарҙы үҙендә беренсе булып ҡабул иткән Италия, Греция һәм Мальта ошондай хоҡуҡҡа эйә булған да инде.

Балкан илдәренән Венгрияға ағылған мигранттарҙың артыуы хайран ҡалырлыҡ,-ти Еврокомиссия вәкиле Наташа Берто.-Шуға бәйле Венгрияны “ЕС-тың фронт алды дәүләте”тип танырға мөмкин, улар был проблеманан нығыраҡ йонсой һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж.”

Дүшәмбелә генә Сербия сиге аша 2 меңдән ашыу мигрант үткән. Венгрия ул ағымдан ҡойма ҡойоп ҡотолорға ниәтләй, Еврокомиссия, әлбиттә, бындай сараларҙы хупламай.

Ошоғаса Будапешт, ҡасаҡтар көрсөгөн хәл итеү өсөн, Брюсселдән йылына 8 миллион ғына аҡса алған. Хәҙер ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү, теркәү, төрлө урындарға оҙатыу мәшәҡәттәренең күп өлөшөн ЕС үҙ өҫтөнә аласаҡ.











Комментариев нет:

Отправить комментарий