Мехикола
һәм Веракрус штатының баш ҡалаһында
меңдәрсә кеше фотожурналист Рубен
Эспинозаны үлтереүҙәре айҡанлы ҡаршылыҡ
акцияһына сыҡты. Уның һәм тағы 4 ҡатындың
кәүҙәһен йома көн Мехикола тапҡандар:
улар барыһы ла бәйле булған һәм баштарына
атып үлтерелгән.
Көн
элгәре Мехико прокуроры журналистың
көс ҡулланылып һәләк ителеүен раҫлаған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Эспинозаны
үлеме алдынан язалағандар.
-Йөҙҙән
ашыу журналистың ғүмере киҫелде, шуға
күрә Мексика журналистар өсөн хәүеф
кимәле буйынса донъяла өсөнсө урында
тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлтерештәрҙең
күпселеге Веракрус штатында.
-Әгәр
дөрөҫөн һөйләһәң, һине үлтерәләр. Улар
беҙҙе, һатылмаған журналистарҙы
үлтерәләр. Беҙҙең коллегаларыбыҙ
әленән-әле юҡҡа сыға. Беҙ нимә эшләй
алабыҙ? Мин быға яуап таба алмайым,-ти
журналист ҡатын.
Бер
ай элек Эспиноза Веракрус штаты
губернаторы Хавьер Дуарте яғынан хәүеф
тойоуын белдергәйне һәм баш ҡалаға
күсенгәйне. Фотограф фекере буйынса,
хәүеф уның эшенә бәйле: Эспиноза урындағы
социаль хәрәкәттәрҙе тикшергән, шул
иҫәптән губернатор эшмкәрлегенә тәнҡит
күҙлегенән ҡарағандарын да. Үткән
йылдың февралендә Эспиноза Дуарте
фотоһын эшләгән һәм ул “Веракрус-
законһыҙлыҡ штаты” башы аҫтындағы
мәҡәлә менән бергә бирелгән булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий